
Страна : Россия
Работаю руководителем центра башкирской национальной культуры «Созвездие», где мы продвигаем традиции и обряды башкирской культуры. В центре мною разработано 7 творческих проектов, которые по сей день являются брендовыми. С 2019 года являюсь членом Союзов писателей Российской Федерации и Республики Башкортостан. Имею три авторских книг, которые напечатались в разные годы в башкирском государственном издательстве «Китап» имени З.Биишевой. Регулярно печатаюсь в республиканских литературных журналах и СМИ.
Country : Russia
I work as the head of the center of Bashkir national culture «Constellation», where we promote the traditions and rituals of Bashkir culture. The Center has developed 7 creative projects that are still brands. Since 2019, I have been a member of the Writers’ Unions of the Russian Federation and the Republic of Bashkortostan. I have three author’s books that were published in different years in the Bashkir state publishing house «Kitap» named after Z.Biisheva. I am regularly published in republican literary magazines and mass media.
Отрывок из сборника стихотворений
Бер йылғала…
Бер йылғаны ике кисмә тиҙәр,
Ике түгел,нисәнсегә кистем.
Аттың аты һыуҙы үрҙән эсә
Мин буръяҡҡа ҡарамайса эстем.
Кисеүҙәрем ахры,етмәгәндер
Һиңә ҡаршы килдем бер йылғала.
Юлыбыҙҙы киҫте зәһәр тулҡын
Күрәһеңдер, беҙҙе һынамаға.
Хыялымда ҡорған көмөш күпер
Өҙөлөүөнә бит байтаҡ ара:
Юҡ күперҙә өҙөк ялғайым тип
Әйләнәм дә киләм шул йылғаға…
…Мөғжизәләре лә етерлектер
Килде-китте тулы был донъяла…
…Баҡһаң,беҙ ҙә һаман…
Бер йылғала…
Әллә үҙем,әллә һин диуана?..
Һине бирҙе күктәр
Мин күктәрҙән һине һораманым
Үҙе бирҙе миңә һине күктәр.
Әллә бәхетһеҙлек,әллә бәхет
Аңламаным…
Булды микән көткән?..
Мин ерҙә лә һине эҙләмәнем
Ҡат-ҡат киҫешкәндер юлдарыбыҙ.
Һин һиҙмәҫтән,тағы мин һиҙмәҫтән
Ҡағылғандыр ҡулға-ҡулдарыбыҙ.
…Ҡар өҫтөнә төндә ямғыр ҡойҙо.
Мәлһеҙ туңған ерҙе имшеттерҙе.
Мин күктәрҙән бер ни һораманым
Тауышыңды…
Улар ишеттерҙе!..
Тауҙарым
Мин тауҙарҙа үҫтем.Таштарында
Һыҙырылған шәрә аяғымдың.
Ҡанын һөртөп,йәнә тороп баҫтым.
Иҫләмәйем,тауҙың аяғанын…
Тауҙа күрҙем күктәр бейеклеген
Йөҙгәнем бар мамыҡ болотта…
Барса ғәмдән азат инем өҫтә
Ишелерҙәй ҡайғым булып та…
Мин ҡолаған кеше түгел күктән
Юҡ хыялым тауҙар аҡтарыр.
Тауҙарымдан рухым таҙалығы
Кәрәк түгел шунан артығы…
…Йә,Хоҙайым,ҡунаҡ ҡына булып
Тауҙарыма килеп яңынан.
Ташҡа маңлай терәп,сәждә ҡылһам
Кисерһәнә…
Тауҙар хаҡына!..
Йәшен
Кисен йәшен дөбөрҙәне
Тау буйында.
Әйтерһең дә әҙерләнде
Күк туйына.
Төнгә ингәс,шыпылдатып
Ямғыр ҡойҙо.
Күктең йәне дерелдәне
Йәшен ҡыҙҙы…
Таңға ҡәҙәр ҡайнашһа ла
Ер менән күк.
Ҡушылманы…
Һинең менән,минең кеүек…
Әсәйем
Донъяһына таяу тиеп
Әсәйем улдар тапҡан.
Биш ҡыҙ тыуғас,төрләндереп
Муйынсаҡтарын таҡҡан.
Беҙ үҫкәндә йырлар ине
«Ҡыҙҙар тип,осар ҡаҙҙар.
Ҡаҙҙар ҡайтыр,ҡайтмаҫ инде
Ҡыйғыр тамаҡ-был ҡыҙҙар»
Әсәйемдең йырҙарының .
Үҙәк өҙгөс һүҙҙәре.
Беҙ,ҡыҙҙары киткән һайын
Күҙ йәштәре бүҫкәрҙе…
…Тәҙ(е)рәнән ҡарап тора.
Тышта ҡош туплауҙарын.
Белһәм икән,әсәйемдең
Нимәләр уйлағанын…
Ҡаҙҙар иртәләне тигәс.
Кинәт күңел һиҫкәнде.
Туҡһанынсы көҙө юғын
Әллә әсәй һиҙенде?..
Ауыл өҫтөнән оса ҡаҙҙар
Ҡоя-ҡоя ҡауырһын…
…Ҡаҙ тубында күреп ҡалдым
Әсәйемдең аҡ һынын!